Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Апрель 2022, 11:00

Медицина ярҙамы күрһәтеләсәк!

Алдағы май байрамдарында республика халҡына ашығыс ярҙам ғәҙәти режимда, тәүлек әйләнәһенә күрһәтеләсәк, тип белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығы брифингында өлкәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Алиева.

Медицина ярҙамы күрһәтеләсәк!
Медицина ярҙамы күрһәтеләсәк!

Шул уҡ ваҡытта 1, 2, 8, 9 майҙа поликлиникалар эшләмәйәсәк, ә 30 апрелдә, 3, 4, 7, 10 майҙа улар шәмбе графигы буйынса эшләй: саҡырыуҙар ҡабул итеп, 8-ҙән 17 сәғәткә тиклем, шул иҫәптән 16 сәғәткә тиклем кисектергеһеҙ саҡырыуҙар ҡабул ителә.

3, 7, 10 майҙа 8-ҙән 17 сәғәткә тиклем вакцина яһатырға була.
Башинформ материалдары буйынса.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

 

Автор:
Читайте нас: