Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Май 2022, 13:00

Башҡортостанда 800-ҙән ашыу кеше COVID-19 менән сирләй

Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оперштаб ауырыу йоҡтороуға бәйле мәғлүмәттәрҙе яңыртты. Статистикаға ярашлы, пандемия башланғандан алып 286 556 сир осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә уларҙың һаны 131-гә артҡан, тип хәбәр итә Башинформ.

Башҡортостанда 800-ҙән ашыу кеше COVID-19 менән сирләй
Башҡортостанда 800-ҙән ашыу кеше COVID-19 менән сирләй

Коронавирус диагнозы раҫланған 146 пациент дауаханала ята, уларҙың 94-е – 60 йәште уҙған.

Ә 693 сирле (шул иҫәптән 60 йәше тулған 248 кеше) амбулатор шарттарҙа дауалана. Бөтәһе 280 096 кеше һауығып сыҡҡан, 196-һы – һуңғы тәүлектә. Бер үлем осрағы теркәлгән.

Республикала 2 475 102 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

 

Автор:
Читайте нас: