Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Май 2022, 15:25

Ковид менән хәлдәр нисегерәк тора?

Һуңғы аҙнала төбәктә коронавирус менән сирләүселәр бер аҙ артты – 62-нән 83-кә тиклем.

Ковид менән хәлдәр нисегерәк тора?
Ковид менән хәлдәр нисегерәк тора?

Әле республикала был яман сир менән 650 кеше ауырый, дауаханаға һалыныусылар 160-тан 119-ға тиклем кәмегән. Уларҙың 81-е 60 йәштән өлкән. 24 кеше ауыр хәлдә. Шәмбелә һәм йәкшәмбелә республиканың биш кешеһе сир ҡорбаны булған.

Бәләбәйҙә һәм Бәләбәй районында 24 кеше COVID-19-ҙан өйҙә дауалана. Бәләбәй Үҙәк дауаханаһында 2 397 доза «Спутник V» вакцинаһы бар.

Прививка яһатыр өсөн Бәләбәй ҡалаһы поликлиникаһына эш көндәрендә 8-ҙән киске етегә тиклем мөрәжәғәт итергә була, шәмбелә – 9-ҙан киске етегә ҡәҙәр.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

 

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: