Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Май 2022, 15:00

Байтаҡ кешегә талпан ҡаҙалған

Республикала 3 мең самаһы кешегә талпан ҡаҙалған, уларҙың 1 меңгә яҡыны  балалар.

Байтаҡ кешегә талпан ҡаҙалған
Байтаҡ кешегә талпан ҡаҙалған

Бөжәктән хәүефле ауырыу – боррелиоз һәм энцефалит йоғоуы ихтимал. Ваҡытында табип ярҙамы алыу өсөн талпанды анализға тапшырыу мөһим. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Ирина Кононова белдереүенсә, бөжәкте тикшереү түләүле.

Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында талпанды энцефалит һәм боррелиозға тикшереү  800 һум самаһы тора. Республикала талпан энцефалитын иҫкәртеү буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» булдырылған. Һорауҙарға ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте белгестәре яуап бирә.  Элемтә телефоны: 8-800-700-90-30.

Автор:
Читайте нас: