Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Июнь 2022, 13:00

Прививка эшләтеү буйынса алдабыҙ

Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәһендә коронавирус буйынса һуңғы яңылыҡтар тураһында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.

Прививка эшләтеү буйынса алдабыҙ
Прививка эшләтеү буйынса алдабыҙ

Коронавирус пандемияһы ныҡлап кәмей башлаған, ә инфекцияның таралыу коэффициенты түбән кимәлдә ҡала. Һуңғы 30 көндә республикала ковид менән сирләү 67 процентҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта һуңғы аҙнала ғына биш процентҡа артыу теркәлгән.

Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, 425 кеше амбулатор дауалана, 134-е дауаханаларҙа ята. Йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә 530 урын әҙерләнгән, әле уларҙың 20 проценты буш. Дөйөм алғанда, республикала 289 095 кешегә был диагноз ҡуйылған, уларҙың 283 837-е тулыһынса һауыҡҡан.

Министр белдереүенсә, бөтә райондар ҙа 80 процентлы вакцинациялау кимәленә еткән. Башҡортостан был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә беренсе урында.

Автор:
Читайте нас: