Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Июнь 2022, 13:00

Байрам көндәрендә дауаханалар һәм поликлиникаларҙың эш тәртибе

Башҡортостанда 11, 12, 13 июндәге байрам көндәрендә  дауаханаларҙың һәм поликлиникаларҙың  нисек эшләйәсәге билдәле. 

Байрам көндәрендә дауаханалар һәм поликлиникаларҙың эш тәртибе
Байрам көндәрендә дауаханалар һәм поликлиникаларҙың эш тәртибе

– 11 июндә – шәмбе графигы буйынса – иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем,  ауырыуҙарҙы ҡабул итеү көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем;

– 12 июнь – байрам көнө;

– 13 июнь – шәмбе графигы буйынса  – иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем,  ауырыуҙарҙы ҡабул итеү көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем.

Коронавирусҡа ҡаршы прививканы 11, 13 июндә иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем  фельдшер-акушер пункттарында, амбулаторияларҙа, участка дауаханаларында медицина ойошмаһының баш табибы раҫлаған график буйынса эшләтергә мөмкин.

  – 12 июндә (кәрәк булған осраҡта) – иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәрендә халыҡты стационар шарттарҙа дауалау өсөн койкалар резервы ҡаралған, ваҡытында ашығыс һәм планлы медицина ярҙамы тәьмин ителгән, дарыуҙар менән тәьмин итеү ҙә тотҡарлыҡһыҙ башҡарыласаҡ, шулай уҡ  ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү бригадаларының эше көсәйтелгән. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:
Читайте нас: