Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Июнь 2022, 15:00

«Сәләмәтлек поезы» Бәләбәй районында эшләй!

Районыбыҙҙың ҡайһы бер ауылдары халҡы ҡалаға бармай ғына неврологҡа, офтальмолог, хирург, акушер-гинекологҡа күренә ала.

«Сәләмәтлек поезы» Бәләбәй районында эшләй!
«Сәләмәтлек поезы» Бәләбәй районында эшләй!

«Сәләмәтлек поезы» табиптары 20-21 июндә Аксаковта, 22 июндә Өҫән-Ивановкала һәм  23-24 июндә Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһында ҡабул итә.
Кәрәкһә, анализдар бирергә, УЗИ, флюорография һәм маммография тикшереүе үтергә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ милли календарь буйынса һәм коронавирус инфекцияһынан прививкалар яһатып була.

Ҡабул итеү сәғәт 9-ҙан сират буйынса ойошторола. Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы, СНИЛС һәм ОМС полисы алып килергә кәрәк.

Мәғлүмәтте Бәләбәй үҙәк дауаханаһы телефондары буйынса аныҡларға мөмкин: 8 (34786) 3-05-36, 4-25-81.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: