+24 °С
Болотло
Акция уҙғарыу һөҙөмтәһендә ауылда йәшәүселәрҙең тар белгестәргә күренеү мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, бөгөн Аксаковта хирург, уролог, эндокринолог, окулист, невролог, кардиолог, терапевт һәм акушерка ҡабул итә. Маммография, флюорография, УЗИ үтергә, анализдар бирергә була.
Кисәге көн 211 ауыл кешеһе табиптарға күренгән. Терапевт ҡына ла 44 кеше ҡабул иткән! Табиптарға башҡа ауылдарҙан килеп тә күренергә була.
ФАПта әйтеүҙәренсә аксаковтар күберәк хроник сирҙәргә зарланған. Табиптар күҙ, ҡан тамырҙары, быуындар ауырыуҙарын асыҡлаған. Улар һәр кемде иғтибарлап тыңлай, дауаланыу, профилактика йәһәтенән кәңәштәр бирә.