Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Июнь 2022, 15:00

Ике ярым йылда тәүге тапҡыр – ноль!

Бәләбәй районы Приют район дауаханаһының яуаплы табибәһе Альбина Сафина шатлыҡлы хәбәре менән уртаҡлашты:

Ике ярым йылда тәүге тапҡыр – ноль!
Ике ярым йылда тәүге тапҡыр – ноль!

– Бөгөн ике ярым йылда тәүге тапҡыр Приют ҡасабаһында бер генә кешегә лә «ковид-19» диагнозы ҡуйылманы. Был беҙҙең өсөн, медиктар өсөн, ҙур шатлыҡ! Сөнки яңы коронавирус менән сирләүселәр иң күп таралған саҡтарҙа дауаханала был афәттән дауаланыусылар һаны 800-гә етә ине!

Әлеге көндәрҙә Приют поликлиникаһы коллективын күңелле мәшәҡәттәр көтә. Улар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә капиталь ремонтланған биналарына күсергә йыйына.

Гөлнара Мурзина материалы буйынса

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: