Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Июль 2022, 13:00

Башҡортостанда коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә

Көҙ көнө Башҡортостанға коронавирустың яңы тулҡыны килә, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Business FM радиостанцияһына интервьюһында.

Башҡортостанда коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә
Башҡортостанда коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә

«Эпидемиологик хәлдең яҡшырыуына ҡарамаҫтан, сирҙең яңы тулҡынына әҙерләнәбеҙ. Был тәү сиратта миҙгелле киҙеүҙең һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһының башланыуына бәйле», — тине Айрат Рәхмәтуллин.

Министр һүҙҙәренсә, һуңғы айҙа ауырыу кимәле 30 процентҡа кәмегән. Башҡортостан икенсе аҙна рәттән Рәсәйҙә халыҡты вакцинациялау һәм ревакцинациялау темпы буйынса өсөнсө урынды һаҡлап ҡалды.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: