Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
23 Июль 2022, 11:00

Көҙөн коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә

Республика эпидемиологтары COVID-19-ҙың яңы тулҡыны 19 сентябрҙә башланыр тип көтә.

Көҙөн коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә
Көҙөн коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә

Рәсәйҙә коронавирустың «кентавр» тип исем алған яңы төрө осраҡтары теркәлде. Ул Европала әүҙем тарала. Рәсәйҙә лә уның менән сирләү осраҡтары бар. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала әлегә был штамм теркәлмәгән.

Һуңғы көндәрҙә Башҡортостанда сирләүселәр һаны арта. «Көн һайын 10–15 кеше килә, тик һуңғы көндәрҙә был һан көнөнә 19-20 кеше тәшкил итә. Койкалар һаны етерлек, медикаменттар ҙа. Әле ябыҡ булған госпиталдәр, кәрәкһә, 48 сәғәт эсендә асыласаҡ», – тип белдергән Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһының баш табибы, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш эпидемиологы Азат Мөхәмәтйәнов.

Былтыр йыл аҙағында республикала йәшәүселәр әүҙем вакцина яһатты. Әммә табиптар белдереүенсә, был ярты йылға етәсәк, йәғни сентябргә иммунитет «йомшарасаҡ». Ошо ваҡытта республикала ковидтың «ике үркәсле» төрө көтөлә.

Бөгөн табиптар ревакцинациялауҙың мөһим икәнлеге хаҡында иҫкәртә. Йәшәү урыны буйынса поликлиникала прививка яһатырға мөмкин. Ә Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яҙылып була.

 

Автор:
Читайте нас: