Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Август 2022, 11:00

Алдан сара күреүең яҡшыраҡ

COVID-19 сире таралғансы, вакцинация йә ревакцинация үтеү яҡшыраҡ.  

Алдан сара күреүең яҡшыраҡ
Алдан сара күреүең яҡшыраҡ

Ауырыу үткәргәндән йә вакцина яһатҡандан һуң 6 ай үткәс, ревакцинация үтеү һәйбәт.

– Медицина ярҙамы алырға ваҡытында мөрәжәғәт итегеҙ, шәхси гигиена сараларын үтәгеҙ, белгән адрестар буйынса Бәләбәйҙең һәм Приюттың стационар пункттарында прививка яһатығыҙ, – ти Бәләбәй Үҙәк дауаханаһының поликлиникалар эше буйынса баш табип урынбаҫары Ришат Низаев.

Профилактика сараларын да оноторға ярамай:

– ҡулдарығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ, антисептик менән эшкәртегеҙ,

– эргәгеҙҙәге предметтарҙы, айырыуса гаджеттарҙы, таҙа тотоғоҙ,

– күп кеше йыйылған ергә бармаҫҡа тырышығыҙ,

– өйөгөҙҙө даими елләтегеҙ, иҙәндәрҙе йыуып тороғоҙ,

– үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, табип саҡыртығыҙ,

– үҙегеҙҙе-үҙегеҙ дауалау менән шөғөлләнмәгеҙ. Дарыуҙарҙы тик табип тәғәйенләүе буйынса ғына эсегеҙ.

Вакцинация менән профилактика сараларын үтәү – ковидтан һаҡланыуҙа иң яҡшыһы.

Вакцинация һәм ревакцинация йәһәтенән тулы мәғлүмәтте Бәләбәй Үҙәк дауаханаһы телефондарына шылтыратып белергә була: 8 (34786) 3-05-36, 4-25-81.

Автор:
Читайте нас: