Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Сентябрь 2022, 12:00

Уҡытыусылар өсөн яҡшы хәбәр: улар мәктәп стоматология кабинеттарында тештәрен бушлай дауалай ала

Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров шундай йөкләмә бирҙе.

Уҡытыусылар өсөн яҡшы хәбәр:  улар мәктәп стоматология  кабинеттарында тештәрен бушлай дауалай ала
Уҡытыусылар өсөн яҡшы хәбәр: улар мәктәп стоматология кабинеттарында тештәрен бушлай дауалай ала

«Кабинеттарға заманса шәп ҡорамалдар һатып алдыҡ. Айырыуса ауылдарҙа,  уҡытыусыларҙың шунда дауаланыу мөмкинлеге булһын өсөн. Беҙ ошо хаҡта һөйләшеп килешкәйнек бит инде», — тине республика етәксеһе.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәрендә 11 стоматология кабинеты эшләй башланы. Программа «Юғарыға ос» проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. 2019 йылдан республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларында 80 теш табибы кабинеты булдырылған.

Автор:
Читайте нас: