Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Октябрь 2022, 17:00

Бәләбәй районында тымау тейеп сирләүселәр һаны арта

Бәләбәй үҙәк дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, 26 октябргә 459 киҫкен респиратор вируслы сирле иҫәпләнгән.

Бәләбәй районында тымау тейеп сирләүселәр һаны арта
Бәләбәй районында тымау тейеп сирләүселәр һаны арта

«Сентябрҙә поликлиналарға һыуыҡ тейеп сирләп мөрәжәғәт итеүселәр артты, – тип хәбәр иттеләр медицина учреждениеһынан. – Бөгөнгә киҙеүҙән 28 920 кеше прививка яһатҡан, был пландағының 51 проценты».

Үҙәк дауханала прививка яһатырға онотмаҫҡа, кешеләр күп йыйылған ергә йөрөмәҫкә, битлек кейергә, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә, биналарҙы елләтергә саҡыралар һәм С витамины булған аҙыҡ ашарға ҡушалар.

Коронавирусҡа килгәндә, 86 кеше амбулатория шарттарында дауалана. 67 531 кеше вакцинация үткән. Поликлиникаларҙа 1834 доза Гам Ковид Вак вакцинаһы (Спутник V, И.Ф. Гамалея ис. институт) бар.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: