Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Ноябрь 2022, 17:00

«Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форум-күргәҙмәһе эш башланы

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың тормошон һәр яҡлап яҡшыртыу маҡсатында ойошторолған был ҙур күләмле сара Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үткәрелә.

«Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форум-күргәҙмәһе эш башланы
«Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форум-күргәҙмәһе эш башланы

Унда илебеҙҙең төрлө ҡалаларынан 50-нән ашыу предприятие ҡатнашырға теләк белдергән. Конгресс-холдың ҙур майҙанында ойошторолған күргәҙмә сарала ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда инвалидтарға кәрәкле медицина инвентарҙары, заманса реабилитация үтеү саралары менән танышырға мөмкин. Форум программаһында Рәсәйҙең ете төбәгенән 70 спикер ҡатнашлығында 30-ҙан ашыу фекер алышыу майҙаны, «түңәрәк өҫтәл», конференция һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Форумдың асыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. ––– Бөгөнгө еңел булмаған заманда халыҡтың һаулығын һаҡлау һәм ңығытыу бик мөһим. Бында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтеү иң киҫкен мәсьәлә булып тора. Беҙҙең төп бурыс – уларға бер нәмәгә ҡарамай тулыһынса иҡтисади һәм социаль мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу. Беҙ бөтә ҡаршылыҡтарҙы емерергә тейешбеҙ! – тине Андрей Назаров, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.

Мәртәбәле форумдың пленар өлөшө «Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау. Яңы тәҡдимдәр һәм ҡарарҙар» тигән темаға арналды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Радий Фәрит улы республикабыҙҙан ауыр яҙмыш һынауына бирешмәй, үҙҙәренең эше, тырышлығы, спортта һәм тормошта ҙур уңыштарға өлгәшкән шәхестәрҙе билдәләп үтте һәм уларҙан өлгө алырға саҡырҙы. Форумдың тәуге көнө М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында балалар ижады фестиваленең ҙур гала-концерты менән тамамлана.

 

 

«Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форум-күргәҙмәһе эш башланы
«Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форум-күргәҙмәһе эш башланы
Автор:
Читайте нас: