Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Ноябрь 2022, 11:00

Ришат Низаев Рәсәй Президенты исеменән награда алды

Өфөлә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин республиканың иң яҡшы эшсәндәренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Ришат Низаев Рәсәй Президенты исеменән награда алды
Ришат Низаев Рәсәй Президенты исеменән награда алды

Сарала Бәләбәй Үҙәк дауаханаһының амбулатор-поликлиникалар эше буйынса баш табип урынбаҫары Ришат Низаевҡа икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы тапшырылды.

– Ришат Риф улы һаулыҡ һаҡлау системаһында 30 йылдан ашыу, Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағандан бирле, эшләй. Уның исемен беҙҙең районда барыһы ла белә, тип әйтергә мөмкин. Коллегалары һәм пациенттары араһында абруйлы, бик итәғәтле, баҫалҡы кеше ул. Алған наградаһына ысынлап лайыҡ.  Уның һаулыҡ һағы үҫешенә индергән өлөшө, хеҙмәт һөйөүсәнлеге, юғары һөнәрилеге баһалап бөткөһөҙ, – тип һөйләне Бәләбәй Үҙәк дауаханаһының кадрҙар бүлеге начальнигы Марина Ильичева.

Ришат Низаев Рәсәй Президенты исеменән награда алды
Ришат Низаев Рәсәй Президенты исеменән награда алды
Автор:
Читайте нас: