Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Ноябрь 2022, 13:00

Табипҡа яҙылыуҙа ҡыйынлыҡтар булыуға зарланалар

Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ошо турала белдерелде. Республика башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская әйтеүенсә, үткән аҙнала врачҡа күренә алмаусыларҙан ялыуҙар артҡан.

Табипҡа яҙылыуҙа ҡыйынлыҡтар булыуға зарланалар
Табипҡа яҙылыуҙа ҡыйынлыҡтар булыуға зарланалар

Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау министрын табипҡа яҙылыуҙағы ҡатмарлыҡтар өсөн тәнҡитләне. Ул халыҡ менән осрашырға ҡушты. Республикала табипҡа 122 телефоны аша, поликлиника регистратураһында, ундағы инфоматта, Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре һәм  doctor.bashkortostan.ru порталдарында яҙылырға була. Шулай уҡ «К врачу» мобиль ҡушымтаһы булдырылған.  

 

Автор:
Читайте нас: