Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Декабрь 2022, 11:00

Иғтибар! Поликлиникаларҙың эш графигы үҙгәрҙе

Башҡортостанда 7 декабрҙән алып тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәткән медицина ойошмаларының эш графигы үҙгәрҙе. Сәбәбе – республикала киҫкен респиратор вируслы инфекциялар һәм киҙеүҙең таралыуына бәйле, халыҡтың медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген арттырыу.

Иғтибар! Поликлиникаларҙың эш графигы үҙгәрҙе
Иғтибар! Поликлиникаларҙың эш графигы үҙгәрҙе

Хәҙер ҡала поликлиникалары һәм поликлиника бүлексәләре дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 8-ҙән 21.00 сәғәткә тиклем, шәмбелә шулай уҡ 8-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем, йәкшәмбелә 8-ҙән 16.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Өйгә табипты, шулай уҡ кисектергеһеҙ ярҙамды дүшәмбенән йомаға тиклем 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем, шәмбелә 8-ҙән 16.00 сәғәткә тиклем, йәкшәмбелә 8-ҙән 15.00 сәғәткә тиклем саҡыртырға мөмкин.

Коронавирустан вакцина ҡаҙатырға теләгәндәр дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем, шәмбелә шулай уҡ 8-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем, йәкшәмбелә иртәнге 10-дан 15.00 сәғәткә тиклем үҙ поликлиникаһына килә ала. Шулай уҡ ауыл ерҙәрендә йәшәгән өлкәндәр вакцина яһатыу өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункттарына, табиплыҡ амбулаторияларына, участка дауаханаларына раҫланған эш графигына ярашлы килә ала.

Балалар поликлиникалары дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 8-ҙән 21.00 сәғәткә тиклем, шәмбелә 8-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем, йәкшәмбелә 8-ҙән 16.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Кисектергеһеҙ медицина ярҙамын дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем, шәмбелә шулай уҡ 8-ҙән 16.00 сәғәткә тиклем, йәкшәмбелә 8-ҙән 15.00 сәғәткә тиклем саҡыртырға мөмкин.

Республика медицина ойошмалары составындағы поликлиника бүлексәләре дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 8-ҙән 18.00 сәғәткә тиклем, шәмбелә 8-ҙән 16.00 сәғәткә тиклем эшләй.

Ҡала поликлиникалары, ҡала һәм район дауаханалары, республика медицина ойошмалары составындағы ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем, шәмбелә 8-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем ҡабул итә.

Ҡала һәм район дауаханалары составындағы стоматология поликлиникалары һәм бүлексәләре дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем, шәмбелә 8-ҙән 16.00 сәғәткә тиклем эшләй. Кисектергеһеҙ медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә күрһәтелә.

Ял көндәрендә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының колл-үҙәге эш башлаясаҡ (номеры – 122, өҫтәмә һан – 2). Шәмбелә сәғәт 8-ҙән – 16.00, ә йәкшәмбелә 14.00 сәғәткә тиклем шылтырата алаһығыҙ. Аҙнаның башҡа көндәрендә – иртәнге 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: