Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Апрель 2023, 11:00

Бәләбәйҙә һаулыҡ «Пульс»ы эшләй башланы

Ҡалабыҙҙың Ҡыҙыл урамында  «Пульс» йәмғиәте медицина үҙәге асылды.

Бәләбәйҙә һаулыҡ «Пульс»ы эшләй башланы
Бәләбәйҙә һаулыҡ «Пульс»ы эшләй башланы

Тантанала Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусылар фекеренсә, ҡаланың был районында медицина үҙәге асылыу күптән көтөлгән ваҡиға.

– Йорттарыбыҙ эргәһендә генә медицина ярҙамы алырҙай үҙәк аслыуға шатбыҙ. Алыҫҡа йөрөргә кәрәкмәй. Барлыҡ белгестәрҙең бер урында булыуы уңайлы. Хаҡтар тешләшмәҫ, тип уйлайбыҙ.

«Пациенттарҙы дүшәмбенән ҡабул итә башлайбыҙ», – тип аныҡлыҡ индерҙе директор Татьяна Дворникова.

 

Бәләбәйҙә һаулыҡ «Пульс»ы эшләй башланы
Бәләбәйҙә һаулыҡ «Пульс»ы эшләй башланы
Бәләбәйҙә һаулыҡ «Пульс»ы эшләй башланы
Бәләбәйҙә һаулыҡ «Пульс»ы эшләй башланы
Автор:
Читайте нас: