Һаулыҡ һаҡлау
6 Августа 2025, 05:00

«Сәләмәтлек поезы» маршрутын тамамланы

17-31 июлдә Бәләбәй районында «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә «Сәләмәтлек поезы» эшләне. 11 көн эсендә белгестәр туғыҙ тораҡ пунктта булды һәм 3 000-дән ашыу консультация үткәрҙе.

«Сәләмәтлек поезы» маршрутын тамамланы«Сәләмәтлек поезы» маршрутын тамамланы
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын тамамланы

350-нән ашыу ауырыу, шул иҫәптән күҙ патологияһы, эндокрин системаһы, ҡан әйләнеше системаһы, шештәр һәм һөйәк-мускул аппараты ауырыуҙары асыҡланған. Был хаҡта Бәләбәй Үҙәк район дауаханаһынан хәбәр иттеләр.

Бында «Сәләмәтлек поезында» төрлө һөнәр табиптары, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, рентген-лаборанттар һәм башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре эшләгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Улар ҙур эш башҡарған. Хәҙер уларға һөҙөмтәләрҙе анализларға, өҫтәмә тикшереүҙәр тәғәйенләргә һәм пациенттарҙы диспансер иҫәбенә ҡуйырға кәрәк.

«Сәләмәтлек поезы» эше даими профилактик тикшереүҙәрҙең мөһимлеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Фотолар Бәләбәй үҙәк район дауаханаһынан бирелгән

«Сәләмәтлек поезы» маршрутын тамамланы
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын тамамланы
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын тамамланы
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын тамамланы
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын тамамланы
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын тамамланы
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын тамамланы
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас