Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
15 Декабрь 2025, 15:00

Депрессияға ҡаршы сара балыҡтарҙа һәм ҡомаҡтарҙа һынала

Өфө вуз-ара кампусында антидепрессант әҙерләү буйынса тикшеренеүҙәрҙең яңы этабына күстеләр

Депрессияға ҡаршы сара балыҡтарҙа һәм ҡомаҡтарҙа һынала
Депрессияға ҡаршы сара балыҡтарҙа һәм ҡомаҡтарҙа һынала

Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгенең вуз-ара кампусында Башҡорт дәүләт медицина университетының бәләкәй таргет молекулаларын эҙләү лабораторияһы ғалимдары препаратты биологик моделдәрҙә һынау этабына күсеп, яңы антидепрессант булдырыуға мөһим аҙым яһай. Тикшереүсе медиктар депрессияға ҡаршы көрәштә яңы ҡушылыуҙарҙың һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн ҡомаҡтарҙың һәм балыҡтарҙың үҙ-үҙен тотошон күҙәтә.

- Лаборатор хайуандарҙың үҙ-үҙен тотошон күҙәтеп, беҙ матдәләребеҙҙең баш мейеһенә, тәү сиратта, моделдәрҙең эмоциональ торошона һәм когнитив функцияларына (иғтибар, хәтер, уҡытыу) нисек тәьҫир итеүен баһалай алабыҙ. Ғәҙәттә, антидепрессанттар тәьҫирендә хайуандар стреслы шарттарға тиҙерәк яраҡлаша, уңайһыҙ шарттарҙан сығыу юлын таба, - тип һөйләне БДМУ-ның бәләкәй таргет молекулаларын эҙләү лабораторияһының ғилми хеҙмәткәре, медицина фәндәре докторы Гөлнара Ғайсина.

Тикшеренеүселәр балыҡтарҙа ла психотроп молекулаларҙың тәьҫирен өйрәнә: аквариумға берләшмәләр иретмәһе өҫтәлә һәм һыуҙа хайуандарының тотошо күҙәтелә. Әгәр балыҡтар ҡурҡыу һәм борсолоу кисерһә, улар һыу төбөндә ята, ә инде антидепрессанттың ыңғай йоғонтоһонда балыҡтар аквариумдың өҫкө өлөшөндә йөҙә.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 5 миллиондан ашыу кеше депрессиянан яфалана. Табиптар фекеренсә, уларҙың һаны артасаҡ ҡына. Был эшкә башҡа университеттар һәм фармакология компаниялары ғалимдары ҡыҙыҡһыныу белдергән дә инде.

Евразия ғилми-етештереү үҙәгенең вуз-ара кампусында бәләкәй таргет молекулаларын эҙләү лабораторияһында фәнни эштәр «Өҫтөнлөк-2030» үҫеш программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.

Белешмә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола.

Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы.

Сығанаҡ: campusufa.ru 

 

 

Автор:
Читайте нас