Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Ғинуар , 13:00

Табиптарға МАХ ҡушымтаһы аша ла яҙылып була

Чат-ботҡа тәүлек буйына инергә була, ул пациентка табипҡа яҙылырға йәки яҡындарын яҙҙыртырға, ниндәй белгестәргә яҙылыу тураһында мәғлүмәттәр менән танышырға һәм бармаған осраҡта яҙылыуҙы ғәмәлдән сығарырға мөмкинлек бирә.

Табиптарға МАХ ҡушымтаһы аша ла яҙылып була
Табиптарға МАХ ҡушымтаһы аша ла яҙылып була

Хәҙер MAX мессенджерындағы махсус чат-бот ярҙамында яҙылып була. Бының өсөн МАХ мессенджерында @rb_k_vrachu_bot ботын эшләтеп ебәрергә йәки һылтанма буйынса үтергә, СНИЛС һәм тыуған көн буйынса  идентификацияланырға, табип, дата һәм ваҡытты һайлап, ҡабул итеүгә яҙылырға кәрәк.

Чат-ботҡа тәүлек буйына инергә була, ул пациентка табипҡа яҙылырға йәки яҡындарын яҙҙыртырға, ниндәй белгестәргә яҙылыу тураһында мәғлүмәттәр менән танышырға һәм бармаған осраҡта яҙылыуҙы ғәмәлдән сығарырға мөмкинлек бирә.

Шул уҡ вакытта  табипҡа яҙылған барлыҡ яҙмалар Дәүләт хеҙмәттәре порталының шәхси кабинеты, Башҡортостандың Берҙәм медицина порталы һәм “К врачу” мобиль ҡушымтаһында ла буласаҡ.

Фото: телеграм

Автор:
Читайте нас