

Амбулатор-поликлиника звеноһы түбәндәге режимда эшләйәсәк:
- 1, 2, 9, 11 май – шәмбе графигы буйынса (8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем, 16.00 сәғәткә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул ителә);
- 3, 10 май - ял көндәре.
Профилактик медицина тикшереүе, диспансеризация 1, 2, 9, 11 майҙа үткәреләсәк.
Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 1, 2, 9, 11 майҙа эшләйәсәк. Ошо уҡ көндәрҙә йөклө ҡатындар район-ара яралғыны һаҡлау кабинеттарында УЗИ-скрининг үтә ала.
Биоматериал менән неонаталь һәм киңәйтелгән неонаталь скрининг көн һайын Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41 адресы буйынса ҡабул ителә.
Май ял көндәрендә поликлиникала ла, өйҙә лә табиптарҙың рецептары буйынса халыҡҡа бирелгән дарыу препараттары, махсус дауалау аҙыҡ-түлеге һәм медицина изделиелары, шулай уҡ БР «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының дарыухана ойошмаларының эш графигына ярашлы ауыртыуҙы баҫа торған препараттар яҙып биреләсәк.