Иң яҡшы фельдшер Шаровкала йәшәй!

Шаровка фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Гөлсәсәк Ковалева «Урта медицина һәм фармацевтика белемле иң яҡшы белгес - 2026» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында еңеү яуланы. «Иң яҡшы фельдшер» номинацияһында уға тиңдәр булманы!

Иң яҡшы фельдшер Шаровкала йәшәй!Иң яҡшы фельдшер Шаровкала йәшәй!
Иң яҡшы фельдшер Шаровкала йәшәй!

Был абруйлы конкурс урта медицина һәм фармацевтика персоналының иң яҡшы вәкилдәрен асыҡлау һәм дәртләндереү маҡсатында үткәрелә, һөнәрҙең абруйын күтәреүгә һәм алдынғы тәжрибәләр менән уртаҡлашыуға булышлыҡ итә.

Бәләбәй Үҙәк район дауаханаһы исеменән конкурста Г. Ковалеванан тыш, тағы ике лайыҡлы кандидатура ҡатнашты:

- «Иң яҡшы шәфҡәт туташы» номинацияһында, балалар поликлиникаһының  процедуралар шәфҡәт туташы Надежда Мырҙаҡова,

- «Иң яҡшы өлкән шәфҡәт туташы» номинацияһында психиатрия бүлексәһенең өлкән шәфҡәт туташы Елена Николаева.

«Гөлсәсәк Ковалеваның еңеүе шәхси ҡаҙаныш ҡына түгел, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы урта медицина персоналының юғары әҙерлек кимәлен һәм фиҙакәрлеген дәлилләй, - тип хәбәр иттеләр һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында. - Гөлсәсәк Рауил ҡыҙының тәрән белемен, инновацион ҡарашын һәм фельдшерлыҡ эшен үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөн сағылдырған конкурс эше Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡарауға йүнәлтелгән. Беҙ түҙемһеҙлек менән артабанғы һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ һәм федераль кимәлдә лә шундай уҡ иҫ киткес сығышҡа өмөтләнәбеҙ!»

Автор:Светлана Шириня әҙерләне
Читайте нас