Һаулыҡ һаҡлау
19 Мая , 06:00

Табипҡа ҡабул итеүгә «Макс»та чат-боты ярҙамында яҙылырға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең «Макс» мессенджерында махсус чат-бот ярҙамында табипҡа ҡабул итеүгә яҙылыу мөмкинлеге бар.

Табипҡа ҡабул итеүгә «Макс»та чат-боты ярҙамында яҙылырға мөмкинТабипҡа ҡабул итеүгә «Макс»та чат-боты ярҙамында яҙылырға мөмкин
Табипҡа ҡабул итеүгә «Макс»та чат-боты ярҙамында яҙылырға мөмкин

Тәүҙә «Макс»та теркәлегеҙ һәм @rb_k_vrachu_botын эшләтеп ебәрегеҙ

Артабан идентификация үтеп, табипты, белгеслекте, датаны һәм ваҡытты һайлап, ҡабул итеүгә яҙылығыҙ.

Чат-бот тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ул ҡабул итеүгә яҙылырға йәки яҙманы бөтөрөргә, шулай уҡ булған яҙмалар тураһында мәғлүмәт күрһәтергә мөмкинлек бирә.

Табипҡа барлыҡ яҙылыуҙар Дәүләт хеҙмәттәре порталы, Башҡортостан Республикаһының берҙәм медицина порталы һәм «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы шәхси кабинеты менән синхронлаштырыла.

Автор:
Читайте нас