

Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев медицина хеҙмәткәрҙәренә тәбрикләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.
- Һеҙ тәрән белем һәм өҙлөкһөҙ камиллашыуҙы ғына түгел, ә күңел йомартлығын, сабырлыҡты, теләһә ҡайһы ваҡытта ярҙамға килергә әҙер булыуҙы талап иткән юлды һайланығыҙ. Һеҙ көн һайын кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмере һағында тораһығыҙ, өмөт бирәһегеҙ һәм иң ауыр мәлдәрҙә ярҙам итәһегеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә милли проект маҡсаттары тормошҡа ашырыла, ә һөнәрилегегеҙ һәм фиҙаҡәрлегегеҙ ватан медицинаһы уңыштарының нигеҙендә ята, - тине ул һәм районыбыҙҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ыңғай үҙгәрештәргә туҡталды.
Шулай уҡ йыйылыусыларҙы Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рөстәм Ишмырҙин һәм кадрҙар бүлеге етәксеһе Марина Ильичева йылы ҡотланылар.
80-гә яҡын табип, тәжрибәле шәфҡәт туташы, лаборант һәм кесе персонал күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәр һәм халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу эшенә уңышлы өлөш индергәндәре өсөн лайыҡлы наградалар алды.
Елена Петрова фотолары