

Табип һәм элекке коллегаһы һәм остазы тураһында Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рөстәм Ишмырҙин һөйләне.
– Валерий Сергеевич – үҙ эшенең оҫтаһы, иғтибарлы, хәстәрлекле һәм әҙәпле кеше. Коллегалары, шулай уҡ ҡала һәм район халҡы араһында лайыҡлы хөрмәткә эйә. Профессиональ эшмәкәрлеге ваҡытында ул үҙенең белемен даими камиллаштырып, Өфөлә, Ҡаҙанда, Донецкиҙа, Запорожьела, Дондағы Ростов һәм башҡа ҡалаларҙа курстар үтте. 1990 йылда ул юғары категориялы табип-уролог квалификацияһын алды һәм был статусты даими раҫлап торҙо. Уның етәкселегендә ҡалала, беҙҙең һәм күрше райондарҙа өлкәндәр һәм балалар ҡабул ителде. Район-ара бригадалар составында консультацияларға сыҡты. Пациенттарҙы дауалауҙан тыш, ул баш табиптың дауалау эштәре буйынса урынбаҫары (1977–1984 йй.), урология бүлеге мөдире (1998–2006 йй.) булды, ә 2018 йылдан алып беренсе поликлиниканың табип-урологы булып эшләне. Валерий Сергеевич урология ауырыуҙарын тикшереү һәм дауалауҙың яңы ысулдарын индерҙе, шулай уҡ ҡатмарлы урологик, хирургик һәм гинекологик операциялар яһау техникаһына эйә ине, – тип уртаҡлашты Рөстәм Рим улы.
2024 йылдың ноябрендә дауаханаға шундай хат килгән: «Табип беҙҙең зарҙарҙы иғтибар менән тыңланы, итәғәтле итеп тикшереү үткәрҙе, бала менән уртаҡ тел тапты. Валерий Сергеевич ауырыуҙың сәбәбен һәм дауалау планын ентекләп аңлатты, барлыҡ һорауҙарға яуап бирҙе. Уның ярҙамсыллығы, оҫталығы, иғтибары һәм нәтижәле дауалауы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Бындай табиптар булғанда поликлиникаға бала менән ҡурҡмай барырға була. Ә беҙ, өлкәндәр, бик шатбыҙ, сөнки беҙгә беренсе класлы доктор Ласкин ярҙам итәсәк», – тип яҙа бәләкәй пациенттың әсәһе. Барлыҡ эшләү дәүерендә алынған яҙма һәм телдән рәхмәттәрҙе иҫәпләп бөтөрөү мөмкин түгел.
Валерий Ласкин намыҫлы хеҙмәте өсөн грамоталар, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» билдәһе һәм «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» миҙалы менән бүләкләнгән.
80 йәшлек юбилейы алдынан, хаҡлы ялға сыҡҡас, беҙ тәжрибәле табип менән уның тормошо һәм профессиональ эшмәкәрлеге тураһында әңгәмәләштек.
– Валерий Сергеевич, ғаиләгеҙ тураһында бер аҙ һөйләгеҙ әле.
– Мин Украинала, Луганск өлкәһенең Беловодск ҡасабаһында тыуғанмын. Минең әсәйем, Зоя Ивановна ла, ошонан. Бында улар атайым менән танышып өйләнешкән. Атайым, Сергей Андреевич, ошонда хеҙмәт иткән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, өйөнә еңеү менән ҡайтҡан. Майор дәрәжәһенә тиклем еткән. «Батырлыҡ өсөн», «Кёнигсбергты алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән наградланған. Һуғыштан һуң уны Севастополгә, ә аҙаҡ Алыҫ Көнсығышҡа күсергәндәр.
– Һеҙ нисек Бәләбәйгә килеп сыҡтығыҙ?
– Атайымды демобилизациялағандан һуң, ҡайҙа төпләнергә тигән һорау тыуҙы. Атайымдың кесе ватанын һайланыҡ һәм Бәләбәйгә күстек. Был 1954 йыл ине. Тәүге ваҡытта туғандарыбыҙҙа йәшәнек, аҙаҡ беҙгә Урман урамында фатир бирҙеләр.
– Медицинаны үҙ итергә ҡарар иткән мәлегеҙ ҡасан булды?
– Дүрт-биш йәштә мине «доктор» тип йөрөттөләр, сөнки бала саҡтан бик ҡыҙыҡһыныусан инем. Кеше, бөжәктәр, ҡоштар, хайуандар төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһындым. Сәғәттәр буйы ҡырмыҫҡаларҙы күҙәтергә, ҡуңыҙҙарҙы һүтеп-йыйырға, шулай уҡ ҡауырһындарҙы һәм һөйәктәрҙе өйрәнергә мөмкин инем. Бәлки, тап шул саҡта, сабый саҡтағы ҡыҙыҡһыныуҙа һәм белемгә ынтылышта минең медицинаға булған мөхәббәтем тамыр йәйгәндер. Үҫмер саҡта мин төҙөүсе булырға хыялландым. 1950-се йылдарҙа илдә төҙөлөш киң йәйелдерелгәйне, һәм күп кеше уның бер өлөшө булырға теләне. Үҫеп етеп, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, ике юл сатында тороп ҡалдым: йә – медицинаға, йә – нефть институтына. Медицина еңде. Класташтарым менән бергә ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институтына индем.
– Медициналағы тәүге аҙымдарығыҙ нисек булды?
– 1971 йылда «Дауалау эше» белгеслеге буйынса диплом алғас, Бәләбәйгә ҡайттым. Хеҙмәт юлымды Бәләбәй медсанчасында башланым. Терапевт булырға теләгәйнем, ләкин ундай вакансия юҡ ине. Миңә лор-табип, хирург, уролог урынын тәҡдим иттеләр. Мин һуңғыһын һайланым. Тәжрибәле табиптар яҡшы ҡаршы алды. Эшкә өйрәнә башланым. Төрлө хәлдәр булды, хаталар ҙа осраны. Бер мәл дежурствола саҡта оло ғына инәйҙе бот һөйәге һынған тип алып килделәр. Операцияла баш хирург һәм уның ярҙамсыһы булды, ә мин яҙып торҙом. Аҙаҡ мин ауырыуҙың карточкаһындағы мәғлүмәттәргә таянып, «бот муйынтығы һул яҡтан һынған» тигән диагноз яҙып ҡуйҙым. Әммә уның уң яҡтан һынған булып сыҡты! Бынан һуң баш табип беҙҙе саҡырып алды ла ризаһыҙлығын белдерҙе. Был хәл миңә ғүмерлеккә һабаҡ булды. Мин Приют дауаханаһына эләгергә бик теләй инем, унда бик шәп табиптар эшләне: Кабелецкий Вильям Изикилович, Парфирьев Герман Михайлович. Улар күпте белә һәм оҫта инеләр. Аҙаҡ мине шунда күсерҙеләр, унда хирургия һәм урология буйынса бай тәжрибә тупланым.
– Эшегеҙҙә нимәләр ҡәнәғәтлек килтерҙе?
– Мин үҙ эшемде гел яраттым һәм әле лә яратам. Пациенттар килеп рәхмәт әйткән осраҡтар күп булды. Был илһамландырҙы һәм үҙ-үземә ышаныс бирҙе.
– Ғаилә тормошоғоҙ нисек?
– Минең ҡатынымдың исеме Зөһрә Маланур ҡыҙы. Ул минең ярҙамсым да, терәгем дә. Беҙ ҡатыным менән ике матур ҡыҙ үҫтерҙек. Уларҙың үҙ ғаиләләре бар инде. Беҙгә ете ейән-ейәнсәр һәм ике бүләр бүләк иттеләр. Балалар каникулдар ваҡытында беҙгә ҡайтырға ярата.
– Гәзит уҡыусыларға бәүел-енес системаһы сәләмәтлеген һаҡлау өсөн ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Улар бөтә кешегә лә билдәле, ләкин күптәр онота йәки иғтибар итмәй. Кәңәштәр ябай: организмдағы һыу балансын тоторға, тоҙло, майлы, әсе ыҫланған ризыҡтар ашауҙы сикләргә, рационға йәшелсәләр, емеш-еләк һәм күҙәнәкле ризыҡты күберәк индерергә, күберәк хәрәкәтләнергә, зарарлы ғәҙəттəрҙəн баш тартырға… Иң мөһиме – табипҡа даими күренеп тороу. Әгәр проблеманы башланғыс стадияла асыҡлаһаң, барыһын да төҙәтергә мөмкин.
– Табип карьераһын һайлаған йəш кешелəргə нимə кәңəш итəр инегеҙ?
– Тырышып уҡырға, даими камиллашырға һәм үҙ һөнәреңде яратырға.
– Үҙегеҙҙе бəхетле кеше тип иҫəплəйһегеҙме?
– Эйе, мин яҙмышыма табип булырға мөмкинлек биргәне өсөн рəхмəтлемен. Кешелəргə ярҙам итеү – донъялағы иң оло бəхет!
Светлана Прокофьева.
Елена Петрова фотолары