Һаулыҡ һаҡлау
30 Июня , 05:00

Бушлай диагностика – эргәлә

«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә Бәләбәй районына «сәләмәтлек поезы» килә.

Бушлай диагностика – эргәләБушлай диагностика – эргәлә
Бушлай диагностика – эргәлә

Халыҡ бушлай тикшеренеү үтә һәм табиптарҙан консультация ала аласаҡ. Заманса диагностикалау ҡорамалдары менән йыһазландырылған күсмә медицина комплекстары һәм төрлө профилдәге квалификациялы табиптар бригадаһы мохтаждарға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтәсәк.

Алдан яҙылыу талап ителмәй - ҡабул итеү «тере сират» тәртибендә тормошҡа ашырыла.

 

- Аксаков ауылы - 2026 йылдың 7 һәм 8 июлендә;

- Максим Горький исемендәге Үҙәк усадьба ауылы - 9 июлдә;

- Ыҫлаҡбаш ауылы - 10 июлдә;

- Знаменка ауылы - 13 һәм 14 июлдә;

- Малиновка ауылы - 15 июлдә;

- Баженов ауылы - 16 июлдә ;

- Ермолкин ауылы - 17 июлдә ;

- Өҫән-Ивановка ауылы - 20 һәм 21 июлдә;

- Иҫке Семенкин ауылы - 22 июлдә;

- Мәтәүбаш ауылы - 23 һәм 24 июлдә.

Үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын ғына алырға кәрәк.

Фотолар: «БИ» архивынан

Бушлай диагностика – эргәлә
Бушлай диагностика – эргәлә
Бушлай диагностика – эргәлә
Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас