Һаулыҡ һаҡлау
7 Июля , 07:00

«Сәләмәтлек поезы» маршрутын башланы

Аксаковта «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы старт алды, ҡабул итеү  ауылда 7-8 июлдә табип амбулаторияһы һәм О.Г. Аксакова исемендәге 41-се мәктәп биләмәһендә үтәсәк. «Сәләмәтлек поезы» эше һөҙөмтәһендә аксаковтар белгес-табиптарҙан тикшерелеү мөмкинлеге алды. Граждандарҙы эндокринолог, терапевт, гинеколог, невролог, окулист, хирург, кардиолог һәм пульмонолог ҡабул итә. Ауыл халҡы ҡан анализдары тапшыра, флюорография, маммография, ЭКГ һәм ультратауышлы тикшереү үтә ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын башланы«Сәләмәтлек поезы» маршрутын башланы
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын башланы

Яҡын арала белгестәр башҡа ауылдарға ла бара:

- Максим Горький исемендәге үҙәк усадьба ауылына - 9 июлдә;

- Ыҫлаҡбаш -10 июлдә;

- Знаменка - 13 һәм 14 июлдә;

- Малиновка - 15 июлдә;

- Баженов -16 июлдә;

- Ермолкин - 17 июлдә;

- Өҫән-Ивановка - 20 һәм 21 июлдә;

- Иҫке Семенкин - 22 июлдә;

- Мәтәүбаш ауылына - 23 һәм 24 июлдә.

Автор фотолары

«Сәләмәтлек поезы» маршрутын башланы
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын башланы
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын башланы
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын башланы
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын башланы
«Сәләмәтлек поезы» маршрутын башланы
Автор:Алһыу Фәйезова
Читайте нас