

Диспансеризация «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Өфөләге поликлиника мөдире Ольга Әбдрәшитова һүҙҙәренсә, акцияның төп маҡсаты – сирҙәрҙе дауалау һөҙөмтәлерәк булғанда иртә стадияла асыҡлау.
Махсус акция стандарт эш ваҡытында поликлиникаға килеп өлгөрмәгәндәр өсөн ойошторола.
Киске ҡабул итеү сиктәрендә организмды, шул иҫәптән ҡанды тикшертергә (тапшырыр алдынан өс сәғәт буйына аслыҡ тәҡдим ителә), ЭКГ, флюорография, маммография үтергә, табип-терапевта, гинекологта булырға, йәште һәм һаулыҡ торошон иҫәпкә алып, өҫтәмә тикшереүҙәргә йүнәлтмә алырға мөмкин.
Акция августа ла, 7 һәм 21-ендә лә, дауам итәсәк.
100-сө кабинетҡа мөрәжәғәт итергә (поликлиниканың беренсе ҡатында). Төнгө диспансеризация кабинеттары киске сәғәт 8-ҙән төнгө 12-гә тиклем эшләй.