Һаулыҡ һаҡлау
17 Августа , 13:00

Башҡортостанға яңы балалар дауаханаһы кәрәк

Әле үк ошо хаҡта уйларға – урын эҙләргә, документтар әҙерләй башларға, проектлауға тотонорға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. 

Башҡортостанға яңы балалар дауаханаһы кәрәкБашҡортостанға яңы балалар дауаханаһы кәрәк
Башҡортостанға яңы балалар дауаханаһы кәрәк

Башҡортостанда балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең өс кимәлле системаһы эшләй. Был ҡалаларҙа һәм райондарҙағы 55 поликлиника һәм бүлексә, һигеҙ муниципаль-ара балалар үҙәге, шулай уҡ Өфөлә 17-се дауахана һәм Республика балалар клиник дауаханаһы (РДКБ) бар, унда юғары технологиялы махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтелә. Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Республикала 17 йәшкә тиклемге 879 378 бала иҫәпләнә, шуларҙың 32 974-е – бер йәшкә тиклемгеләр. Дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында 1 505 табип-педиатр, шул иҫәптән 1 033 участка табибы эшләй.

2026 йылдың алты айында 437 182 бала профилактик медицина тикшереүе, 254 478 бала репродуктив һаулығын баһалау өсөн диспансеризация, 1 642 йәш кеше федераль үҙәктәр белгестәре менән телемедицина консультациялары үткән.

Республикала төрлө нозологиялар буйынса 12 махсуслаштырылған балалар үҙәге уңышлы эшләй, тине министр. Атап әйткәндә, республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағындағы балалар эндокринологияһы үҙәгендә шәкәр диабеты менән ауырыған 1,8 мең бала иҫәптә тора. Республика клиник психиатрия дауаханаһы базаһында менталь сәләмәтлек үҙәге уңышлы эшләй, унда 2025 йылда 772 бала комплекслы диагностика үткән.

– Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу программаһы буйынса 5-се балалар поликлиникаһы һәм Республика клиник фтизио-пульмонология үҙәгенең балалар бүлексәһе биналарына капиталь ремонт үткәрелде, шулай уҡ ҡорамалдар, мебель һәм оргтехника яңыртылды. Быйыл 5-се балалар поликлиникаһының 2-се поликлиника бүлеген ремонтлайбыҙ, – тине Айрат Рәхмәтуллин. – Бәлиғ булмағандарҙы медицина тикшереүе үткәреү өсөн беҙ юғары аныҡлыҡтағы диагностика приборҙары менән йыһазландырылған мобиль комплекстар алдыҡ. Бригаданың тәүге сығышы 11 сентябрҙә “Патриот”паркына буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балалар өсөн яңы медицина учреждениеһы төҙөү кәрәклеген билдәләне.

– Республикаға яңы ҙур балалар дауаханаһы кәрәк. Әле үк ошо хаҡта уйларға – урын эҙләргә, документтар әҙерләй башларға, проектлауға тотонорға кәрәк, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Башҡортостанға яңы балалар дауаханаһы кәрәк
Башҡортостанға яңы балалар дауаханаһы кәрәк
Автор:
Читайте нас