

Дауахана табиптары һәм белгестәре яңы видео-фгс ҡорамалын бүлексәнең эндоскопия кабинетында урынлаштырған.
Баш табиптың медицина бүлеге буйынса урынбаҫары һәм 25 йылдан ашыу ғүмерен үҙ һөнәренә бағышлаған табип-эндоскопист Андрей Голубев был ҡорамалдың мөмкинлектәре һәм үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
– Бөгөн беҙҙең өсөн ысын байрам – заманса видеоэндоскопик терәк ҡуйылды. Эндоскопия хеҙмәте менән беҙҙең хәл бер ни тиклем ваҡыт ҡатмарлы булды. Аппарат сафтан сыҡты, шуға бәйле бер нисә айға Бишбүләк район дауаханаһынан алып торорға тура килде, – тип уртаҡлашты Андрей Михайлович.
Табип-эндоскопист әйтеүенсә, яңы терәк ашҡаҙан-эсәк юлының өҫкө бүлектәрендәге ауырыуҙарҙы диагностикалау өсөн ҡулланыласаҡ, ә ҡайһы бер модернизациялар ваҡытында эсәк-ҡан тамырҙары юлының аҫҡы бүлектәрен дә тикшерергә – гастроколоноскопия эшләргә мөмкин буласаҡ. Өҫтәп колоноскоп һатып алырға кәрәк…
Елена Петрованың фотолары