Һаулыҡ һаҡлау
18 Октября , 05:00

«Төнгө диспансеризация» акцияһы үтте

Шаршамбы, 14 октябрҙә, Бәләбәй ҡала поликлиникаһында һәм Приют ҡасабаһы поликлиникаһында «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған «Төнгө диспансеризация» акцияһы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Төнгө диспансеризация» акцияһы үтте«Төнгө диспансеризация» акцияһы үтте
«Төнгө диспансеризация» акцияһы үтте

Диспансеризацияның беренсе этабына бөтәһе 49 кеше килгән. 14 пациентта ауырыуҙар хәүефе факторҙары, тәүге тапҡыр 11 сир асыҡланған, ике кеше өҫтәмә тикшереүгә һәм 4 кеше диспансеризацияның икенсе этабына ебәрелгән.

Түбәндәге даталарҙа тағы үткәрелә:

28 октябрҙә, 11 ноябрҙә һәм 25 ноябрҙә.

Ваҡыты :20:00 сәғәттән 24:00 сәғәткә тиклем.

Үткәреү урыны: Бәләбәй ҡалаһының 1-се поликлиникаһы һәм Приют ҡасабаһы поликлиникаһы

Автор:
Читайте нас