Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
22 Ноябрь 2021, 10:00

«Ҡыш бабайға хат» акцияһының девизы үҙгәрҙе

«Ҡыш бабайға хат» проекты башлана.

«Ҡыш бабайға хат» акцияһының девизы үҙгәрҙе
«Ҡыш бабайға хат» акцияһының девизы үҙгәрҙе

Быйыл ул «Ҡыш бабайҙың серле хеҙмәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы бул һәм бигерәк тә Яңы йыл алдынан беҙҙең иғтибарға, изге һүҙҙәргә, күңел йылылығына мохтаж булған олатай-өләсәйҙәрҙе хәстәрләргә ярҙам ит» девизы аҫтында үтә.

Проекттың маҡсаты – балалар араһында шәфҡәтлелек хәрәкәтен тергеҙеү. Бында йыл буйына яҡындарына, мохтаждарға ярҙам күрһәткән 3-тән 15 йәшкә тиклемге йәштәге балалар ҡатнаша ала.

Проектта ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә һуң?

Хат яҙырға;

эште үтәргә;

Google форманы:https://forms.gle/cSuafXEysvhLzkj18тултырырға.

Хаттар 5 декабргә тиклем ҡабул ителә. Ҡыш бабайҙың эштәрен үтәгән иң әүҙем балалар электрон почта буйынса махсус грамота аласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо төркөмдә https://vk.com/fondufa алырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: