Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
10 Ғинуар 2022, 13:00

Күршеләрҙә «Атайсал» проекты тормошҡа ашырыла

«Атайсал» проекты программаһы сиктәрендә  күрше Бишбүләк районында байтаҡ эштәр башҡарылған.

Күршеләрҙә «Атайсал» проекты тормошҡа ашырыла
Күршеләрҙә «Атайсал» проекты тормошҡа ашырыла

Мәҫәлән, ерле халыҡ көсө менән Йылбулаҡтамаҡ ауылында мәсет төҙөкләндерелә. Эшҡыуар Фәнил Хөснөтдинов Уҫаҡкисеү ауылындағы мәктәпкә ремонт үткәреү өсөн 1,5 миллион һумға төҙөлөш материалдары һатып алған. Әммә бинала инженер-монтажлау эштәрен үҙ аллы ойоштороу мөмкин түгел, шуға ла урындағы етәкселәр ярҙам кәрәклеген билдәләй. 

Был ауылдағы мәктәп ярты быуат элек төҙөлгән. Белем усағы иҫке булыуға ҡарамаҫтан, педагогтар, уҡыусылар коллективы район конкурстарында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Алдынғы малай-ҡыҙҙарҙы дәртләндерер өсөн мәктәптә грант ойошторолған. Урындағы меценат Фәнил Хөснөтдинов тарафынан йыл һайын 10 уҡыусыға 5-шәр мең һум  премия тапшырыла.

«Атайсал» проекты сиктәрендә Йылбулаҡтамаҡ ауылында мәсет  төҙөлә башлаған. Яңы иман йорто ишектәре йәйгә асылыр, тип көтөлә.

Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән ойошторолған «Атайсал» проектына ярашлы, төбәктә 500 млн һумға аныҡ эштәр башҡарылған. Социаль объекттарҙы төҙөкләндереүҙең, урындағы башланғыстарға ярҙам итеүҙең маҡсаты ауыл халҡы өсөн уңайлы мөхит булдырыу. Программаны тормошҡа ашырыу дауам итә.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:
Читайте нас: