Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
5 Апрель 2022, 11:00

Бәләбәйҙәр – Донбассҡа

Өфөлә өсөнсө гуманитар ылау әҙерләнә. Ул тиҙҙән ДХР-ға һәм ЛХР-ға юллана.

Бәләбәйҙәр – Донбассҡа
Бәләбәйҙәр – Донбассҡа

Бәләбәйҙәр, учреждениелар һәм предприятиелар коллективтары, индивидуаль эшҡыуарҙар ылау өсөн аҙыҡ-түлек йыйған.

41 тоҡ он, өс тоҡ шәкәр, 315 литр үҫемлек майы һигеҙ йыл буйы тыныслыҡ тураһында хыялланған кешеләр өсөн һиҙелерлек ярҙам буласаҡ. «Берҙәм Рәсәй» партияһы иғәнәләренә һәр береһе 1000-әр һум торған 70 беренсе класс өсөн тупланма һатып алынған.

Уларҙы «Прогресс» магазинында йыйғандар. Был сауҙа предприятиеһы өҫтәмә рәүештә 10 500 һумлыҡ канцелярия тауарҙары биргән.

Гөлнара Мурзина материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.

Елена Торгашова фотолары

Бәләбәйҙәр – Донбассҡа
Бәләбәйҙәр – Донбассҡа
Бәләбәйҙәр – Донбассҡа
Бәләбәйҙәр – Донбассҡа
Бәләбәйҙәр – Донбассҡа
Автор:
Читайте нас: