Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
9 Сентябрь 2022, 11:10

Башҡортостан табиптары Луганскиға юлланды

Кисә  Өфө табиптары Луганск Халыҡ Республикаһына юлланды. Улар Красный Луч ҡалаһында вахта менән эшләгән хеҙмәттәштәрен алмаштыра, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Башҡортостан табиптары Луганскиға юлланды
Башҡортостан табиптары Луганскиға юлланды

Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм Республика балалар клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренән торған табиптар бригадаһында оториноларинголог, эндокринолог, офтальмолог, травматолог-ортопед, хирург, акушер-гинеколог, функциональ диагност һәм УЗИ-диагност, шулай уҡ урта медицина белемле белгестәр бар, тип белдерҙеләр ведомствола. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан табиптары эшләй. Әлеге ваҡытта ҡала поликлиникаһының балалар һәм өлкәндәр бүлексәһендә 14 табип ‒ ЛОР, окулист, хирург, невролог, гинеколог һәм ультратауыш тикшереүе табибы, кардиолог, эндокринолог, функциональ диагностика табибы ҡабул итә, шулай уҡ дүрт шәфҡәт туташы, күсмә медицина комплексы водителдәре бар, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

 

Автор:
Читайте нас: