

Тәжрибәле ирекмәндәр отрядтың барлыҡҡа килеү тарихы һәм уның эшмәкәрлеге, кешеләрҙең ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа юғалыуы, эҙләү төрҙәре, уның нисек ойошторолоуы һәм үткәрелеүе тураһында һөйләне. Ҡатнашыусылар ҡалала йә урманда эҙләүгә нисек әҙерләнергә һәм үҙҙәре менән нимә алырға кәрәклеген белде. Эҙләү ирекмәндәренең ҡағиҙәләренә һәм принциптарына, шулай уҡ кешеләрҙең юғалыуын иҫкәртеүгә айырым иғтибар бүленде.
Тыңлаусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтте һәм һорауҙар бирҙе. Осрашыуҙа бөтәһе 15 кеше ҡатнашты, уларҙың ҡайһы берҙәре отрядҡа ҡушылды ла инде.
«Осрашыу файҙалы булды һәм эҙләүҙәрҙә тағы ла осрашырбыҙ, тип ышанабыҙ, – ти «ЛизаАлерт» инструкторы Леонид Калентьев. – Бәләбәй районында битараф булмаған кешеләр күп. Был күптән түгел урманда юғалған баланы эҙләү ҙә күрһәтте».
Леонид ирекмәндәр командаһы менән бергә осрашыу үткәреү өсөн махсус рәүештә Октябрьскийҙан килгән. «ЛизаАлерт» отряды республиканың төрлө ҡалаларында даими рәүештә ошондай саралар ойоштора. Бынан тыш, ирекмәндәр яландарҙа дәрестәр үткәрә, унда эҙләү методикаларын һәм компас, рация һәм навигатор менән эшләү күнекмәләрен өйрәтә. Алынған белем һәм күнекмәләр юғалған кешеләрҙе эҙләүҙә ҡулланыла.
Отрядҡа 18 йәштән өлкән теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн махсус белем йәки әҙерлек талап ителмәй. Эҙләүҙә генә түгел, ә дистанцион рәүештә лә ярҙам итергә мөмкин. Ҡайһы бер бурыстар өсөн смартфон йәки компьютер етә.
Ирекмән булыр өсөн анкета тултырырға кәрәк, Башҡортостан Республикаһының «ЛизаАлерт» рәсми берләшмәһендә «Бәйләнештә» урынлаштырылған: https://vk.ru/lizaalert_bashkortostan. Анкета тултырғандан һуң отряд вәкилдәре һеҙҙең менән бәйләнешкә инәсәк.
Сөнки «ЛизаАлерт»тың девизы – «Һәр кем ярҙам итә ала».
«ЛизаАлерт» эҙләү-ҡотҡарыу отрядының фотолары