Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Декабрь 2021, 17:00

Афарин, «Ләйсән»!

Бәләбәй ҡалаһы «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгенең «Ләйсән» халыҡ коллективы-башҡорт йыры ансамбле «Торатау моңо» III Асыҡ республика башҡорт хорҙары һәм вокаль ансамблдәре фестиваль-конкурсында ҡатнашып, Кубокка һәм I дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Афарин, «Ләйсән»!
Афарин, «Ләйсән»!

Фестиваль 2017 йылдан ике йылға бер Ишембай ҡалаһында уҙғарыла. Быйыл конкурс онлайн форматта үтте. Унда Архангел, Балаҡатай, Йылайыр, Илеш, Ишембай, Мәсетле, Миәкә, Нуриман, Стәрлебаш, Учалы, Саҡмағош райондарынан, Өфө, Күмертау, Сибай ҡалаларынан 30-ҙан ашыу ижади коллектив ҡатнашты.  

– Конкурс шарттары буйынса коллективтар башҡортса ике йыр тәҡдим итергә тейеш ине, бер йыр а capella башҡарыла,  – тип һөйләне ансамбль етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова.

Форсаттан файҙаланып, Нәзирә Хисаметдин ҡыҙы татыу коллективына ярҙамдары, эшһөйәрлектәре, аңлап ҡарауҙары өсөн рәхмәт белдерә, уларға һаулыҡ, именлек, артабан да ижади уңыштар теләй.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: