«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсының «Милләт-ара тыныслыҡты һәм именлекте нығытыу, муниципаль кимәлдә милли сәйәсәт өлкәһендә башҡа сараларҙы ғәмәлгә ашырыу» номинацияһында 2022 йыл өсөн Бәләбәй ҡалаһы икенсе урын алды!
Конкурс комиссияһы беҙҙең «Урал батыр» биләмә-ара милли мәҙәниәттәр үҙәге»н ойоштороу эшебеҙҙе баһалаған.
Үҙәк коллективтарының эше Бәләбәй менән генә сикләнмәй. Улар муниципаль-ара фестивалдәрҙә ҡатнашалар, үҙебеҙҙә ижади конкурстар ойошторалар. Интернет майҙансығын үҙләштерәләр.
Мин балалар һәм үҫмерҙәр өсөн уҙғарылған сараларҙы айырып билдәләр инем. Был бик һәйбәт!
Бәләбәй ҡала биләмәһен ҡотлайым! «Урал-батыр» үҙәге коллективтарын ҡотлайым!
Тағы ла еңеүҙәр теләйем!», тип яҙған башлыҡ.