Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Май 2022, 13:00

«Онотолор тимә...» фестиваль-конкурсы уҙасаҡ

30 майҙа Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында башҡорт һәм татар йырын башҡарыусыларҙың Хәниә Фәрхи исемендәге «Онотолор тимә...» Халыҡ-ара фестивале асыла.

«Онотолор тимә...» фестиваль-конкурсы уҙасаҡ
«Онотолор тимә...» фестиваль-конкурсы уҙасаҡ

БР Мәҙәниәт министрлығы сайтында хәбәр итеүҙәренсә, проект Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында ғәмәлгә ашырыла.

Конкурс ике йәш төркөмө буйынса баһаланасаҡ: 20 – 35 йәш һәм 35 йәштән өлкәндәр. Ҡатнашыусылар Хәниә Фәрхи репертуарынан бер йыр башҡарырға тейеш. Үҙешмәкәрҙәр һәм һөнәри йырсылар айырым баһалана. Конкурсҡа теркәлеү өсөн ике видеофайл (береһендә үҙең тураһында һөйләү, икенсеһендә  – конкурста башҡарыласаҡ йыр) менән анкета тултырып, [email protected] электрон почтаһына 20 майға тиклем ебәрергә кәрәк (положение – министрлыҡ сайтында).

Гала-концерт 27 июлдә Ҡазанда үтәсәк.

Фото: vk.com

Автор:
Читайте нас: