Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Июнь 2022, 13:00

Ҡумыҙсылар Якутскиға йыйылған

Унда барған халыҡ-ара конкурста донъяның виртуоз ҡумыҙсыларын асыҡлайҙар.

Ҡумыҙсылар Якутскиға йыйылған
Ҡумыҙсылар Якутскиға йыйылған

Ижади ярышты асыу тантанаһы Орджоникидзе исемендәге майҙанда үткән. Унда 300-ҙән ашыу музыкант ҡатнашлығында флешмоб булған. «Конкурста Башҡортостан данын өс ҡумыҙсы яҡлай», – ти республиканың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Улар: Артур Ғайсаров, Илнур Хәйруллин һәм Рәсих Садиҡов. Йәмғеһе 48 ҡумыҙсы ҡатнаша.

Быйыл Саха-Яҡут республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тула. Киләһе аҙнала унда Рәсәй милли театрҙары конгресы уҙа. Йыйында Башҡортостандан Илшат Мөхөтдиновтың ҡатнашыуы көтөлә.  

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: