Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Июнь 2022, 11:00

Керчь тураһында спектакль ҡуйыласаҡ

Башҡортостандан 72 мең ат Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Шуларҙың иң билдәлеһе – Керчь ҡушаматлы ат.

Керчь тураһында спектакль ҡуйыласаҡ
Керчь тураһында спектакль ҡуйыласаҡ

Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ошо яугир ат, Керчҡа арнап яңы спектакль әҙерләй. Көслө һәм талымһыҙ ҡара айғыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына тоғро фронтташ була. Дүрт йыл ут эсендә йөрөгән Керчь Уралдан алып Берлинғаса яу юлы үтә, тыуған яҡтарына – Миәкә районының Илсеғол ауылына иҫән әйләнеп ҡайта. Әле спектакль өҫтөндә репетиция башланған. Һуғыштан һуң Керчь колхозда 14 йыл хеҙмәт итә.

Автор:
Читайте нас: