Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июль 2022, 13:00

Берҙәм фольклор көнөнә акция!

17 июлдә Рәсәйҙә Берҙәм фольклор көнө уҙғарыла. Ул Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы  йылына һәм Этнограф көнөнә арнала.

Берҙәм фольклор көнөнә акция!
Берҙәм фольклор көнөнә акция!

Традицион халыҡ мәҙәниәтенең уникаль өлгөләре менән бүлешергә һәм «Берҙәм фольклор көнө» акцияһында ҡатнашырға саҡыралар.

Акцияла ҡатнашыу өсөн Бәйләнештә социаль селтәрендә видеоролик урынлаштырырға кәрәк. Унда традицион йоланан өҙөк; районығыҙ  биләмәһендә таралған йыр һәм бейеү традициялары булһын; милли кейем, кәсептәр тураһында һөйләү зарур.

Материалдарҙы #ЕдиныйДеньФольклора #ТрадиционнаяНароднаяКультура #Башкортостан #РЦНТРБ #МКРБ хештегы менән ҡуйырға кәрәк.

Иң яҡшылары Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында урын аласаҡ: https://vk.com/rcntufa.

Ентекләберәк Үҙәк сайтында ҡарағыҙ: https://rcntrb.com/ru/news/6910-aktsiya-k-edinomu-dny..

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: