Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Июль 2022, 15:00

«Пушкин картаһы» проекты тормошҡа ашырыла

Башҡортостан «Пушкин картаһы» проектын тормошҡа ашырыу буйынса илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә. Рәсәй Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова Красноярск крайында мәҙәниәт йорттары етәкселәре йыйындағы сығышында шул хаҡта белдерҙе.

«Пушкин картаһы» проекты тормошҡа ашырыла
«Пушкин картаһы» проекты тормошҡа ашырыла

Был йыйында беҙҙең республиканан Учалы районы вәкилдәре ҡатнашты. «Пушкин картаһы» проекты буйынса иң әүҙем төбәктәр исемлегендә, Башҡортостандан тыш, Ямал-Ненец автономиялы округы, Мордва һәм Марий Эл республикалары аталды. Беҙҙең республикала 2 мең 12 мәҙәниәт йорто иҫәпләнә. Ауыл һәм ҡала клубтары, театр, музей, китапхана, кинотеатрҙар «Пушкин картаһы» проектына ярашлы үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн төрлө мәҙәни-күңел асыу саралары ойоштора.

 

Автор:
Читайте нас: