Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Июль 2022, 11:00

Арт-пленэр эшләй башланы

Бәләбәй районында V «Көмөш шишмә» арт-пленэры эшләй башланы. Был хаҡта муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев «Бәйләнештә» битендә хәбәр итте.

Арт-пленэр эшләй башланы
Арт-пленэр эшләй башланы

Быйыл сара Глуховская шифаханаһы ауылының тарихи һәм мәҙәни мираҫына арнала. Унда Өфөнән, Һамарҙан, Ҡаҙағстандың  Аҡтүбә, Татарстандың Зәй ҡалаларынан рәссамдар, Бәләбәй районының балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары ҡатнаша.

Беренсе көндә улар ауыл һәм шифахана тарихы, уның уникаль архитектураһы, тирә-яҡ мөхит, тәбиғәт менән таныштылар.

Ҡыҙыҡлы экскурсиянан һуң рәссамдар күргәндәре менән бүлеште, буласаҡ картиналарының сюжеттарын билдәләне.

Картиналарҙы беҙҙең ҡалабыҙҙың художество галереяһында күреп буласаҡ.

Фотолар башлыҡ битенән

Арт-пленэр эшләй башланы
Арт-пленэр эшләй башланы
Арт-пленэр эшләй башланы
Арт-пленэр эшләй башланы
Арт-пленэр эшләй башланы
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: