Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Июль 2022, 13:00

Асыҡ арт-плэнер тамамланды!

Бәләбәйҙә V «Көмөш шишмә» асыҡ арт-плэнеры тамамланды.

Асыҡ арт-плэнер тамамланды!
Асыҡ арт-плэнер тамамланды!

Районыбыҙҙың иң матур мөйөшөндә Өфөнән, Һамарҙан, Ҡаҙағстан һәм Татарстандан килгән рәссамдарҙы «Глуховская» шифаханаһы ҡабул итте.
Барыһы ла беҙҙә бик оҡшаған. Рәссамдар ял итеү һәм ижад менән шөғөлләнеү мөмкинлеге биргәндәре өсөн  шифахананыңң баш табибы Илдус Фархшатовҡа, шифахана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙеләр. Йомғаҡлау осрашыуына Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, уның урынбаҫары Александр Смородин килделәр. Азат Альверт улы плэнерға юғары баһа бирҙе, уны төбәк-ара Илһам шишмәләре, Аксаков көндәре менән бер тиң сара тип атаны.

– Картиналарҙа тик йәйге пейзаж ғына, – тине Илдус Рәфҡәт улы. – Көҙгө, ҡышҡы күренештәр етешмәй... Ижади осрашыуҙарҙа артабан дауам иттерәйек!

Был саҡырыу – рәссамдар өсөн ҡабат-ҡабат илһам алыу өсөн сәбәп.

Анна Лапина материалы буйынса.

Елена Петрова фотолары

Асыҡ арт-плэнер тамамланды!
Асыҡ арт-плэнер тамамланды!
Асыҡ арт-плэнер тамамланды!
Автор:
Читайте нас: