Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Август 2022, 11:00

Силәбенән беренсе башҡорт балалар рок-төркөмө «Zaman-2022» этно-фестивалендә ҡатнаша

6 августа Силәбе өлкәһенең Метлин ҡасабаһында Көньяҡ Урал халыҡтары милли мәҙәниәттәренең «Zaman-2022» беренсе ҙур этно-фестивале ойошторола. Ҡатнашыусылар араһында – Башккорд башҡорт балалар рок-төркөмө. Ул Силәбе өлкәһенең башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә булдырылған.

Силәбенән беренсе башҡорт балалар рок-төркөмө «Zaman-2022» этно-фестивалендә ҡатнаша
Силәбенән беренсе башҡорт балалар рок-төркөмө «Zaman-2022» этно-фестивалендә ҡатнаша

Башккордта ҡатнашыусылар ике номер әҙерләгән. Улар Британияның Blur төркөмөнөң «Song 2» йырын башҡортса башҡара. Автор эше лә бар – «Көҙ» йыры.

– Беҙ таланттары, һөйкөмлөлөктәре, ныҡышмал эштәре менән ҡыҙҙарҙың фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың йөрәктәрен яулаясаҡтарына ышанабыҙ. Беҙҙең сибәркәйҙәр өсөн «ауырыйбыҙ»! Һеҙҙе лә башҡор төркөмө өсөн «ауырырға» саҡырабыҙ! – тине Силәбе өлкәһе тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Рушания Нишанова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башккорд төркөмө күптән түгел ойошторолдо. Дүрт ай элек Алтынай Нишанова, Карина Бигильдина, Ләйсән Мөхәмәтйәнова и Асель Мөхәмәтйәнова гитара уйнарға өйрәнергә тәүге дәрескә килделәр. Курстар БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалында ойошторолдо. Билдәле музыкант Ришат Рәхимов етәксе булды. Ул балалар рок-төркөмө булдырырға тәҡдим итте. Шулай Башккорд – башҡорт аккорды барлыҡҡа килде. Бер айҙан инде ҡыҙҙар беренсе йырҙарын яҙҙырҙы, клипта төштө.

Ришат Рәхимов әйтеүенсә, Башккорд күберәк автор репертуары менән сығыш яһаясаҡ. «Ҡатай» тигән йыр яҙылды ла инде. Был башҡорттарҙың ҡатай ырыуының йәштәр съезы гимны. Августа төркөм башҡорт йыры өлкә конкурсында ҡатнашырға ниәтләй.

БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат хеҙмәте

Автор:
Читайте нас: