Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Август 2022, 11:00

Өфөлә ҡыҙыҡлы проект ғәмәлгә ашырылған

Баш ҡалабыҙҙың Коммунистик урамы, 65/2 адресы буйынса урынлашҡан йортта фамилиялар яҙылған.

Өфөлә ҡыҙыҡлы проект ғәмәлгә ашырылған
Өфөлә ҡыҙыҡлы проект ғәмәлгә ашырылған

Өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары уның эргәһенән туҡтамай үтмәй. Ниндәй фамилиялар яҙылыуы һәр кемгә ҡыҙыҡ. Баҡһаң, Башҡортостандың 200 спортсыһы һәм тренерының фамилиялары яҙылған стрит-арт икән был. Идеяның авторы – Екатерина Плахутина, ул 16 йыл Башҡортостан физик культура институтында уҡыта. Рәссам-дизайнер Дмитрий Ламонов идеяны ғәмәлгә ашырған. Проект  Мәҙәни инициативалар президент гранты ярҙамында эшләнгән.

Семен Елистратов, Аделина Заһиҙуллина, Игорь Дивеев һ.б. Башҡортостанда ысынлап сағыу исемдәр күп. Улар беҙҙә генә түгел, бөтә донъяға билдәле. Ирекмән Наил Мостафин менән рәссам проект өҫтөндә 13 көн эшләгәндәр: дүрт көнө майҙансыҡ әҙерләүгә киткән, 9-ы һүрәт эшләүгә.

200 һанында туҡталырға уйламайҙар, сөнки республикабыҙҙа яңы исемдәр тыуып тора.

Был хаҡта Башньюс хәбәр итә.

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: