Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Сентябрь 2022, 09:05

2023 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу башланды

2023 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды, тип хәбәр иттеләр республика Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

2023 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу башланды
2023 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу башланды

Бөгөндән 6,2 меңдән ашыу төрлө гәзит-журналға яҙылырға мөмкин. 

Яҙылыу каталогында – ижтимағи-сәйәси, күңел асыу һәм тар йүнәлешле, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтары телдәрендәге гәзит-журналдар. Матбуғатҡа Рәсәй почтаһы сайтында, мобиль ҡушымтала, шулай уҡ почта бүлексәһендә һәм өйҙә почтальон ярҙамында яҙылырға була.

Бынан тыш, «Изгелек ағасы» федераль программаһы бүлегендә йәки почта бүлексәһендә социаль учреждениеларға гәзит-журналдар яҙҙырып бүләк итергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас: